Ильяс Байгусҡаров Баймаҡтағы протест ваҡытында халыҡты тынысландыра, 2024 йылдың 17 ғинуары / Фото: ОВД-Инфо

«Әсәйемде билдәһеҙ яҡҡа алып сығып киттеләр». Башҡортостанда властар протеста ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй

Башҡортостандағы күмәк протестарҙан һуң бер аҙна үтте. Ошо ваҡыт дауамында республикала ҡулға алыуҙар, тентеүҙәр бара. Полиция протестарҙа ҡатнашыусыларҙы асыҡлай, кешеләр бер-береһенә ярҙам күрһәтер өсөн үҙ-ара ойоша, «ауылдар буйлап ОМОН йөрөүе» һәм ҡурҡыуҙары тураһында һөйләй. Беҙ ҡулға алынғандарҙың һәм  әлегә ҡайҙа булыуҙары билдәһеҙ булғандарҙың яҡындары менән һөйләштек һәм ошо тураһында бәйән итәбеҙ.

Читать на русском

English version

Башҡортостанда протестар 15 ғинуарҙа Фаил Алсыновҡа ҡаршы үткән судтан һуң башланды. Был көндө Баймаҡ ҡалаһында  «нәфрәт уятыу» статьяһы (ст. 282 Енәйәт Кодексы) буйынса хөкөм ителеүсе активистҡа теләктәшлек белдереү өсөн республиканан меңәрләгән кеше йыйылды. Алсынов — Башҡортостандың иң билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙеренең береһе. Ул 2020 йылда Ҡуштау шиханын яҡлауҙа ҡатнашты, «Башҡорт» милли ойошмаһын етәкләне.

Енәйәт эшенең сәбәбе уның Ишмырҙа ауылы халҡының Ирәндек һыртында алтын сығарыуға ҡаршы ойошторолған сходында әйтелгән телмәрендә була. Активист үҙенең сығышында «ҡара халыҡ» һүҙен ҡулланған. Енәйәт эшен Башҡортостан республикаһының башлығы Радий Хабировтың ғаризаһы буйынса ҡуҙғатҡандар. Һуңыраҡ Алсынов Хабировҡа мөрәжәғәтендә эксперттар уның һүҙҙәрен дөрөҫ тәржемә итмәүе, үҙенең «башҡа халыҡ вәкилдәренә», әгәр ҙә улар «беҙҙең йолаларҙы һәм традицияларҙы хөрмәт итә икән», ҡаршы булмауы тураһында белдерҙе.

15 ғинуарҙа Баймаҡ район суды алдына 5 мең тирәһе кеше килде. Хөкөм ҡарарын сығарыуҙы 17 ғинуарға күсерҙеләр. Прокурор Фаилдың колония-ауылда 4 йылға иректән мәхрүм ителеүен һораған, әммә суд ҡарары тағы ла ҡатыраҡ булып сыҡты: Алсыновты дөйөм режимлы колонияға 4 йылға ебәрергә ҡарар иткәндәр. Ул көндө Баймаҡ район суды алдында йыйылған халыҡтың һаны төрлө иҫәпләүҙәр буйынса 10 меңгә еткән. Кешеләр Алсыновты иреккә сығарыуҙарын талап иттеләр, полиция менән бәрелештәр һәм ҡулға алыуҙар башланды.

Баймаҡтағы протест ваҡытында ҡулға алыуҙар, 2024 йылдың 17 ғинуары / Фото: ОВД-Инфо

Икенсе көнөнө, 18 ғинуарҙа, протестар республиканың баш ҡалаһына Өфөгә лә таралды — ҡала үҙәгендә ике меңгә яҡын кеше йыйылды, улар башҡортса йырҙар йырланы һәм әйлән-бәйләндәр бейене.

«Шаҡып та торманылар, ҡапҡаны ваттылар»

23 ғинуар кис көнө ОВД-Инфо корреспондентына Баймаҡ протестары тураһында репортажға эләккән ҡатын шылтыратты: «Зинһар, һеҙҙә булған бар видеоларҙы юйығыҙ. Ҡайһыһында кешеләрҙең йөҙҙәре күренә — юйығыҙ, — тине ул. — Кешеләр бик ҡурҡа, ауылдар буйлап ОМОН йөрөй, суд алдында булғандарҙы эҙләй. Беҙҙең ауылға ике тапҡыр килделәр.»

Бер-береһенә ярҙам итер өсөн кешеләр чаттарҙа үҙ-ара ойоша, адвокаттар тураһында мәғлүмәт һәм ҡулға алыныу ваҡытында үҙеңде нисек тотоу тураһында ҡағиҙәләрҙе тарата, ҡулға алынғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам күрһәтә.

Ошондай чаттарҙың береһен күмәк болала ҡатнашыуы өсөн ҡулға алынған (ө. 2 ст. 212 Енәйәт Кодексы) активист һәм Башҡортостан блогеры Ильяс Байғусҡаровтың ағаһы Илгиз ойоштора. Ул ОВД-Инфо менән Баймаҡта йәшәүселәрҙең «истерикала» булыуы һәм әлеге хәлдәрҙән ҡоттары осоуо тураһында һөйләне. Был чаттарҙа кешеләр ҡулға алыуҙарҙың яңы осраҡтары тураһында һөйләй:

«Сибайҙа әле ҡурҡыныс хәл. Бер егетте үлтерә яҙғансы туҡмағандар һәм алып киткәндәр. Бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәгәндәр. Был хәл уның эшендә шаһиттар алдында булған. Шулай уҡ икенсе бер кешене флаг менән килгәне өсөн япҡандар. Был бына беҙҙең яҡын кешеләребеҙҙең генә осраҡтары әле», — тип яҙа бер ҡатын. ОФД-Инфо әлегә был мәғлүмәткә раҫлау ҙа, ул егеттең туғандарын да таба алманы.

«Атайымды дүшәмбе көндө үк алып киттеләр, беҙҙең менән следователь кисә генә бәйләнешкә сыҡты. Бөгөн иртән Совет урамы 18 адресы буйынса булдым, унда следовательдән бер нәмә лә белеп булманы. Атайымды суд ҡарары буйынса ай ярымға ултыртыуҙары тураһында ғына әйтте. Әле ул Достоевский урамы 39 адресы буйынса ултыра. Унда барған инем, индермәнеләр һәм уларҙан да бер нәмә лә белеп булманы <…> ни эшләргә лә белмәйем,» — тип һөйләй икенсе ҡатын.

22 ғинуар Ишмырҙа ауылында Урал аръяғы тәбиғәтен ҡурсалау өсөн митинг ойоштороусо активистка Рәшиҙә Файзуллинаның өйөндә тентеү уҙғарылыуы тураһында билдәле булды. Тап ошо митингтағы сығышы өсөн Фаил Алсыновҡа енәйәт эше асылған.

Ишмырҙа ауылындағы активист ҡатын Рәшиҙә Фәйзуллинаның йорто янында көс хеҙмәткәрҙәре, 2024 йылдың 21 ғинуары / Фото: RusNews

Шулай уҡ ҡулға алынған Данис Әхмәтовтың ҡатыны Илүзә көнө буйы иренең ҡайҙа булғанын белә амағаны тураһында һөйләне — көс структуралары хеҙмәткәрҙәре Сибайҙа уларҙың өйөнә  23 ғинуар килгәндәр: «7.30 сәғәттә беҙ иртәнге аш ашап ултыра инек — иптәшем, мин һәм биш йәшлек улыбыҙ. Ҡапыл өйгә бер-нисә кеше килеп инде: уларҙың береһе генә полиция формаһында ине, башҡалары — граждан кейемендә. Ҡайһы берҙәре маска кейгәндәр. Өйгә дүртәүһе инде. Улар хатта шаҡып та торманылар, ҡапҡаны ваттылар һәм шундуҡ өйгә аяҡ кейемдәрендә инделәр».

Ҡатындың әйтеүе буйынса, уға бер нәмә лә аңлатмағандар, оҙаҡ ҡына ныҡышыуынан һуң ғына маска кейгәндәрҙең береһе Росгвардия хеҙмәткәре танытмаһын күрһәткән.

«Бөтә өйҙө тентеп сыҡтылар, — ти Илүзә. — [Камераға] китаптарҙы һәм документтарҙы төшөрҙөләр, мунса менән һарайҙың аҫтын өҫкә килтерҙеләр. Уларҙың береһе минең менән башҡортса һөйләшә башланы һәм иремде Баймаҡҡа алып китәсәктәр, тип ышандырҙы. Беҙ тышҡа сыҡтыҡ, унда инде ете кеше тирәһе ине. Иремде алып китә башланылар. Емерелгән ҡапҡаны күреп мин иларға тотондом, йүнәтеүҙәрен һораным — ул ауыр. Минең истерикамдан һуң улар ҡапҡаларҙы саҡ-саҡ эшләнеләр. Өй ишеген үҙем йүнәтә алдым.»

Барыһы ла киткәс, Илүзә улын балалар баҡсаһына алып барған һәм юл ыңғайында адвокат менән бәйләнешкә сыҡҡан. Бергәләшеп ирен эҙләй башлағандар, әммә ул Баймаҡта ла, Сибайҙа ла булмаған. Кискә тиклем Данистан бер хәбәр ҙә ишетелмәгән: «Ул миңә сәғәт 9-ҙа шылтыратып, уны  19.3 статьяһы буйынса (полиция хеҙмәткәренә буйһонмау статьяһы — ОВД-Инфо) 10 тәүлеккә ултыртыуҙары тураһында әйтте һәм мин еңел һулап ҡалдым», — тип өҫтәй ҡатын.

24 ғинуар кис көнө Өфө ҡалаһының Совет район суды Салауат ҡалаһында йәшәүсе Әлфинур Рәхмәтуллинаны бер ай һәм 22 көнгә арестҡа алыуы тураһында билдәле булды. Ҡатынды күмәк болала ҡатнашыуы өсөн (ө. 2 ст. 212 Енәйәт Кодексы) ҡулға алғандар. Уның 60 йәшлек уҡытыусы булыуы, мәктәптә 37 йыл эшләүе һәм хеҙмәт ветераны исеме барлығы тураһында ҡыҙы ОВД-Инфоға хәбәр итте. Әлфинур артынан шулай уҡ 23 ғинуар килгәндәр.

«Подъезға инеп барғанда бер-нисә кешене күреп ҡалдым, — ти Ләйсән. — Мин фатирға индем, һәм улар шундуҡ ишек шаҡынылар — мин уларҙы индермәнем, үҙем сыҡтым. Кешеләр граждан кейемендә ине. Әңгәмә барышында уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең ҡаланан икәнен аңланым. Тентеү ҡарарын уҡыным, үтенесемә ҡарамаҫтан, береһе лә үҙе менән таныштырманы. Был ҡарарҙан әсәйемдең киң күләмле болала ҡатнашыуҙа ғәйепләнгәнен, тентеү ҡарарында  уларҙың Баймаҡтағы хәлдәргә ҡағылышлы ҡорал, әйберҙәр һәм телефон эҙләгәндәрен аңланым. Фатирҙа улар үҙҙәрен агрессив, тупаҫ тотто. Атайым улар менән үҙ-ара ғына һөйләшеп алды, улар әсәйемдән нимә талап ителгәнен аңламауҙары һәм уға бының өсөн нимә булырын белмәүҙәре, үҙҙәренең тик эйәртеп килеүҙәре тураһында әйткәндәр».

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, әсәһе контактҡа барған, унан талап ителгән бөтөн әйберҙәрен биргән, тик телефонынан башҡа — ул 17-се ғинуарҙа ватылған булған. Өйҙән бөтөн техниканы: кеҫә телефондарын һәм ноутбуктарҙы алып киткәндәр.

«Мин тентеү өсөн яуаплы кешенең исемен һорағайным, улар ҡағыҙға төрттө лә, обысктан һуң барыһын да күрһәтәбеҙ һәм йә күсермә, йә фото  бирәбеҙ, тинеләр, мин аҙағына тиклем көттөм, — тип дауам итә ул. — Бөтөн янауҙар һәм баҫымдан һуң, атайым менән әсәйемде генә ҡалдырып, мине фатирҙан ҡыуып сығарҙылар. Ҡыҙымды әсәйемдең фатирынан сығарғансы улар обыск үткәрҙеләр, кире килгәнемдә сығарып ебәрҙеләр: „Һеҙ бында ҡатнашманығыҙ, бында йөрөүегеҙҙең кәрәге юҡ“, һуңынан йыйындылар ҙа, бер ниндәй күсермә лә, фото ла ҡалдырмайынса сығып киттеләр. Атайымдың телефон номерын ғына алып, әсәйемде билдәһеҙ ергә алып киттеләр».

Әлфинур Рәхмәтуллина Фаил Алсынов менән Ҡуштау шиханы яҡлаусыларының йыл һайын үткән йыйынында, 2022 йылдың 20 авгусы / Фото: Әлфинур Рәхмәтуллинаның социаль селтәрҙәре

Ләйсән әсәһенең йөрәк ауырыуынан яфаланғанын һәм ваҡыты-ваҡыты менән тыны тарыҡҡаны тураһында һөйләне.

«Темәс ауылы буйлап номерһыҙ автобус йөрөнө, унда Баймаҡ суды бинаһы алдында булған кешеләрҙе көсләп индерҙеләр һәм билдәһеҙ яҡҡа алып киттеләр», — тип яҙҙылар 21 ғинуарҙа RusNews телеграм-каналында.

Алсыновтың йомғаҡлау суды алдынан көс структуралары активист Илдар Йомағолов туҡтаған йортҡан инеп маташа ине.  17 ғинуарҙа ризаһыҙлыҡ белдереүселәр араһында Илдар булманы. Урындағы халыҡ уны бер-аҙға юғалтты. 22 ғинуарҙа ул үҙенең ютуб-каналында бер-нисә видео һалды һәм Башҡортостандан сығып китеүе тураһында хәбәр итте. «Мин нацист та, экстремист та түгел», — тине ул.

Уның әйтеүенсә, республика халҡы Рәсәйҙән айырылыу өсөн түгел, ә үҙҙәренең фекерҙәшен яҡларға сыҡҡан, был кешеләр Фаилдең Урал аръяғында законһыҙ алтын ҡаҙыу тураһындағы фекере менән килешә.

Административ һәм енәйәт эштәре

ОВД-Инфо мәғлүмәттәре буйынса, Фаил Алсыновты яҡлап үткәрелгән акцияларҙан һуң ҡулға алыуҙар үткәс, республика судтарына полицияға «буйһонмау» тураһында 119 протокол тапшырыла. Уларҙан 45 протокол — Баймаҡ район судына, тағы 27 протокол — Өфөнөң Киров район судына. Төбәктең башҡа судтарында — көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә буйһонмау тураһында тағы ла 47 протокол.

17 ғинуарҙа суд бинаһы янындағы протестар ваҡытында көс структуралары хеҙмәткәрҙәре бер-нисә тиҫтә кешене тотоп ала. Шул уҡ кистә билдәле булыуынса, Өфөнөң Киров район суды уларҙың алтауһын ҡулға алған.

Денис Скворцов, Фәнзил Әхмәтшин, Юлай Аралбаев, Радмир Мөхәмәтшин һәм Дмитрий Петровты унар тәүлеккә ҡулға алалар, Илнар Ғәлинды — 13 тәүлеккә. Уларға «митинг» статьяһын (КоАП 20.2 ст.) билдәләйҙәр — ҡайһы өлөш икәне билдәһеҙ.

18 ғинуарҙа Баймаҡта Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының ике студентын  — Вилнур һәм Ғәзизде ҡулға алалар, тип хәбәр итте RusNews. Колледжға ун икенән ашыу көс структуралары хеҙмәткәрҙәре килә һәм студенттарҙың телефондары тикшерә башлай. Вилнурҙы «ВКонтакте» селтәрендәге постары өсөн алып киткәндәре асыҡлана. Икеһенә лә ун бишәр тәүлек билдәләйҙәр.

Өфөлә протестар ваҡытында унға яҡын кешене тоталар. Башҡорт футболсыһы Вилдан Яманғоловты ике тәүлеккә ҡулға алалар — был турала урындағы активисткалар хәбәр итә. Яманғоловҡа ҡайһы статья буйынса эш ҡуҙғатылыуы билдәһеҙ.

Көс струкуралары хеҙмәткәрҙәре Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле янында, 2024 йылдың 19 ғинуары / Фото: Влада Макейчик, SOTAvision

Өфөлә ҡулға алынғандарҙың тәүгеһе — «Алға Башҡортостан» телеграм-каналының администраторы Юлдаш Тимербаев. 18 ғинуар ул каналында иртәге көнгә планлаштырылған акция тураһында хәбәр һала. Суд уны килешелмәгән асыҡ сара ойоштороу өсөн 10 тәүлеккә ҡулға ала (КоАП 20.2 ст., 2-се өлөш).

19 ғинуарҙа Баймаҡ район суды протеста ҡатнашыусы тағы ла туғыҙ кешене ҡулға ала — был турала шулай уҡ RusNews хәбәр итә. Уларҙың барыһын да полиция хеҙмәткәренең күрһәтмәһенә буйһонмау статьяһы буйынса (КоАП 19.3 ст.) ғәйепле тип таныйҙар һәм 8-ҙән 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алалар: Артур Мөхәмәтовҡа — 8 тәүлек, Данис Ғайсинға — 10 тәүлек, Данияр Марҡабаевҡа — 9 тәүлек, Салауат Йылҡыбаевҡа — 10 тәүлек, Юлай Замановҡа — 12 тәүлек, Рәмил Муллагилдинға — 13 тәүлек, Даян Мәзитовҡа — 15 тәүлек, Зөлфәт Таһировҡа — 10 тәүлек, Марсель Ишморатовҡа — 10 тәүлек.  

Икенсе көнөнә Өфө Киров район суды 27 административ эш ҡарай. Ҡулға алынғандарҙың барыһын да полиция һеҙмәткәрҙәренә буйһонмау статьяһы (КоАП 19.3 ст.) буйынса ғәйепле тип таныйҙар.

Кешеләр тәрән үпкә йөрөтә, -ти Сибайҙа йәшәүсе Руслан. — Башҡорт йә татар телен белгән һәр кем Фаилдың бер ниндәй ҙә экстремистик һүҙ әйтмәүен аңлар. Ә уны ялған  тәржемә өсөн ултырттылар. Хәҙер  бындай «ғәҙел хөкөм» гә битараф булмағандарға  баҫым яһайҙар. Кешеләр вайымһыҙ булып Путинға мөрәжәғәт иттеләр, ә улар беҙҙең йөҙөбөҙгә төкөрҙөләр. Хәҙер шым ғына кешеләрҙе тотоп алып китәләр. Дуҫымдың ҡайныһын кисә кис Өфөгә алып киттеләр, хатта төндә суд үткәрәләр. Адвокаттар кеше ҡайғыһында аҡса эшләйҙәр, хаҡтарын йөҙ меңгә яҡын ҡуялар, тик гарантия бирмәйҙәр. Шундай илдә йәшәйбеҙ».

17 ғинуарҙа урындағы Тәфтиш комитеты бүлеге киң күләмле бола ойоштороу (Енәйәт кодексының 212-се статьяһы, 1-се өлөшө)  һәм унда ҡатнашыу (Енәйәт кодексының 212-се статьяһы, 2-се өлөшө), шулай уҡ көс структураларына ҡаршы көс ҡулланыу (Енәйәт кодексының 318-се статьяһы) статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр итте. Тәүге өс фигуранттарҙың исемдәре шәмбе, 20 ғинуарҙа, билдәле булды. Беренсеһе Ильяс Байғусҡаров булды. Уны Фаил Алсыновҡа суд ҡарары сығарған көндө ҡулға алалар, ләкин һуңғараҡ  кире ебәрәләр. Икесе көндө тағы ҡулға алалар, инде Өфөлә. Көс структуралары Ильясты протестарҙы  ойоштороусы тип һанай, уға ҡарата енәйәт һәм административ эштәр асыла. Судҡа тиклем ул дүрт көн һаҡ аҫтында була, был законда ҡаралған мөҙҙәттән ике тапҡырға күберәк.

«Уға ҡарата бер үк ваҡытта „митинг үткәреү ҡағиҙәләрен боҙоу“ һәм „алдан килешелмәгән сарала ҡатнашыу“ буйынса протокол яҙғандар, -тип аңлата Ильястың  адвокаты Радмир Саниев. — Тик ике закон боҙоу осрағына ике айырым протокол төҙөргә кәрәк. Ә улар берәүҙе төҙөгәндәр һәм унда ике статьяны ла күрһәткәндәр. Шуның өсөн судья протоколды уны төҙөгән яуаплы кешегә ундағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтер өсөн  кире ҡайтарҙы. Ильясты һаҡ аҫтында тотоу ваҡыты ул мәлдә үтеп бара ине, мин полиция бүлегенә киттем, Ильястың ҡайҙа булыуын һораным, тик унда уны судҡа алып киттеләр, тип әйттеләр. Шул уҡ ваҡытта мин әле генә судтан килдем, унда береһе лә юҡ ине! 9-сы һанлы полиция бүлеге етәксеһенең законды боҙоуы  тураһында хәбәр итте. Ильясты тотҡарлау ваҡыты үтте, уның ҡайҙа икәне билдәһеҙ, ул ҡайҙа?»

Байғусҡаров судта табылды. Шул ваҡыт эсендә протоколды яңынан яҙалар. Тик адвокаттың һүҙҙәре буйынса быны тағы ла дөрөҫ эшләмәйҙәр: «Суд ултырышы ваҡытында протоколды үҙгәртергә ярамай, әлбиттә, -ти ул.-Бындай хәл бөтөнләй  мөмкиндер, тип   уйламағайным».

Һөҙөмтәлә Өфөнөң Киров районы суды Ильясты сара ойоштороу статьяһы буйынса  7 тәүлеккә административ һаҡ аҫтына алды. (Административ закон боҙоу кодексының 20.2-се статьяһы, 2-се өлөшө).  9-сы һанлы полиция бүлегенең етәксеһе Юлиә Вәкилова Байғусҡаровтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге посы арҡаһында Баймаҡ суды бинаһы алдына 900 кеше килеүен әйтте. Ильяс «посты битараф булмаған кешеләр өсөн, улар суд ултырышына килһендәр өсөн ҡуйҙым», тип аңлатты.

Ильяс Байғусҡаров адвокат Радмир Саниев менән Өфөнөң Киров район судында, 2024 йылдың 22 ғинуарында. /Фото: Влада Макейчик, SOTAvision

Байғусҡаров СИЗО-ла ете көн үткәрергә тейеш булған, әммә 2024 йылдың 25 ғинуарында уны «күмәк тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыу» буйынса енәйәт эшенә (РФ Енәйәт кодексының 212-се статьяһының 2-се бүлеге) ярашлы ҡулға алғандар һәм уны 17 мартҡа тиклем СИЗО-ла ҡалдырғандар.

20 ғинуарҙа Өфөнөң тикшереү изоляторына күп балалы атай Вилюр Ҡарасуринды  «хөкүмәт вәкиленә хәүефле булмаған көс ҡулланыу» (Енәйәт кодексының 318-се статьяһы, 1-се өлөшө)  һәм «киң күләмле болала ҡатнашыу» статьялары буйынса ултырталар.

Тикшереү изоляторына шулай уҡ Муллаҡай ауылында йәшәүсе Азат Мырҙинды ике айға ултырталар. RusNews хәбәре  буйынса, уны бола ойоштороуҙа һәм полицияға ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепләйҙәр. Уның туғандары ярҙам итеү чатында хәбәр итеүенсә, улар республиканың баш ҡалаһында   Азатҡа яҡыныраҡ булыр өсөн ҡуртымға фатир алырға мәжбүр. Тик уларҙың һүҙҙәре буйынса, «риэлторҙарҙың был эшкә тотонғолары килмәй». 

21 ғинуарҙа тағы ла дүртенсе фигурант тураһында билдәле була. Ул Баймаҡ районында йәшәүсе Дим Дәүләткилдин булып сыға. «19 ғинуарҙа беҙгә ОМОН килде, һораштылар ҙа кире киттеләр. Дим был ваҡытта эштә ине, -тип һөйләй уның ҡатыны.-Иптәшемде Баймаҡтағы МВД-ға һөйләшеүгә саҡырҙылар. 20 ғинуар иртән ул үҙе МВД-ға китте, сөнки повестканы ҡулына алмаған ине. Бынан һуң уны ҡулға алдылар, төштән һуң административ эш буласағын һәм уны Баймаҡта урын булмау сәбәпле  Белоретҡа алып китәсәктәрен әйттеләр.Көндөҙ ҡарар менән килделәр һәм шаһиттарһыҙ тентеү үткәрҙеләр.

Бәләкәй балаларҙан һәм беҙҙә ҡунаҡта булған  ата-әсәйемдән һорау алдылар. Уларҙың ҡулында Димдең телефоны ине. «Ниңә Димдең телефоны һеҙҙең ҡулда?», тигән һорауға мыҫҡыллы көлөп «Кәрәкме?», тип яуап бирҙеләр. Телефонда пароль тора ине, уны алыуҙы һоранылар. Мин паролде белмәүемде һәм сит  телефонға  бер ҡасан да ҡағылмауымды әйттем. ОМОН-дың бер хеҙмәткәре иптәшемдең паролен белә ине, ул уны тәфтишсе алдында алды.

Мин беҙгә суд тарафынан тәғәйенләнгән адвокат менән бәйләнешкә индем. Ул минең иптәшемдең ҡулға алыныуын һәм тикшереү аҫтында булыуын раҫланы. Йәкшәмбе (21 ғинуарҙа), сәғәт иртәнге 10-да суд ултырышы булырға тейеш ине, тик булманы. Кис көнө миңә Өфөнән шылтыраттылар һәм Димдең Енәйәт кодексының статьяһы буйынса ғәйепләнеүен әйттеләр».

Дим Дәүләткилдинде Өфөгә алып китәләр. Уға киң күләмле болала ҡатнашыу статьяһы (Енәйәт кодексының 212-се статьяһы, 2-се өлөшө)  буйынса енәйәт эше асалар. 22 ғинуарҙа Өфөнөң Совет районы суды уны 17 мартҡа тиклем тикшереү изоляторына ебәрә, был турала судтың сайтында хәбәр ителгән. Дим Өфөлә 1-се тикшереү изоляторында  ултырасаҡ. Ғәйепләнеүсене яҡлаусы төркөм әйтеүенсә, уға адвокатты индермәйҙәр, шулай уҡ яҡлаусыға (адвокатҡа) эш материалдарын ҡарарға рөхсәт бирмәйҙәр.

»…Эске хеҙмәт полковнигы <…> коридорҙағы хеҙмәткәрҙәргә яуызлыҡ менән хәбәр итте «былар Баймаҡтан,  уларҙы яҡларға килгәндәр, улар яғынан бөтә ҡағиҙә боҙоуҙарға документтар тултырығыҙ, мин үҙем тере шаһит буласаҡмын!» — һәм әлегә шаһиттар табырға вәғәҙә итеп, мыҫҡыллап көлөп сығып китте. Бынан һуң бәләкәй буйлы, күҙҙәре йүгереп йөрөгән эске хеҙмәт капитаны пәйҙә була. Ул 1-се тикшереү изоляторы начальнигы урынбаҫары булып танышты, әммә исем-шәрифен әйтмәне һәм хеҙмәткәрҙәренә мине ентекләп тентергә тине, ә телефонымды тартып алып, «Генерал»ға ебәрергә ҡушты…», — Тәфтиш изоляторына барыуҙы шулай һүрәтләй Ғарифулла Япаров, Димдең адвокаты.

Шулай уҡ 17 мартҡа тиклем Раят Дәүләтбаев һәм Даян Вәлиев һаҡ аҫтына алынды — был хаҡта Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенең телеграм-каналы хәбәр итә.

«17 ғинуарҙа улым Сибайҙан Баймаҡҡа барып ҡайтты. Кисен ҡайтып етте, барыһы ла һәйбәт ине. Икенсе көндө полиция килде, — тип ОВД-Инфоға  Даяндың әсәһе Айгөл һөйләне. — Башта иремде һоранылар: ул телефонын юғалтҡан ине. Даян өйҙә ине. Шунан һуң мин эшкә киттем — улым өйҙә юҡ ине инде, башҡа мин уны күрмәнем».

Баймаҡтағы протесттар ваҡытында, 2024 йылдың 17 ғинуарында, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре / Фото: ОВД-Инфо

Уның һүҙҙәренсә, билдәһеҙ газель әле ике көн дауамында уларҙың өйө янында торған. Ул Даянды көткән полиция хеҙмәткәрҙәре, тип иҫәпләй Айгөл.

«Улым миңә әйткәнсе, Сибай полицейскийҙары суд янында уны таныны һәм һуңынан килербеҙ, тип ҡурҡытты, — тип дауам итә Айгөл. — 19 ғинуарҙа газель килде. Улар тағы инеп, Даянды һораштылар, хатта үҙҙәрен танытманылар ҙа. Мине лә алып китергә теләнеләр. „Һеҙ унда булдығыҙ, бына ошо курткала“ Мин — уларға: „Һеҙ нимә? Минең өйҙә ете йәшлек ҡыҙым!“  Улар оятһыҙ рәүештә мине этеп ебәрҙеләр һәм фатирға инеп киттеләр, бер кемде лә тапманылар. Һуңынан тағы ла килделәр, ул Белоретҡа киткән тип, уның курткаһын һәм кроссовкиҙарын һоранылар. Һуңынан ғына, ҡулға алынғандарҙың исемлеген ебәргәс, мин уның Өфөлә икәнлеген белдем».

Кисәге көндән алып республика халҡы шомланып бер-береһен ярҙам чаттарында иҫкәртә: көс структуралары протеста кейелгән кейемде эҙләйҙәр, өйгә улар шул кейемде табып алыр өсөн килгәндәр.

Раяттың улы һөйләүенсә, атаһы, уны ҡулға алған көндә, йыназала булған.

«Мин вахтала инем, — тип уртаҡлашты ул. — Әсәйем 20 ғинуарҙа тәфтишсе һәм ОМОН-дың өйгә килеп инеүе хаҡында һөйләне. Атайым тураһында һораша башланылар. Һуңынан урамға сығып, аҡ газелгә ултырып киткәндәр. Ул ваҡытта атай зыяратта ине, ауылдаштары әйтеүенсә, атаһы янына кемдер килгән, ул уның менән бергә ауыл яғына китте, унда беҙҙең сельсоветтың машинаһына оҡшаған аҡ „гранта“ тора ине. Кисен, ауылдаштар ерләүҙән ҡайтҡас, атай ҡайтманы. Беҙ уны эҙләй башланыҡ, һәм бер кеше уның кем менәндер китеүен хәбәр итте. Аҡъяр ауылындағы дежур бүлеккә шылтыраттым, унда: „Бындай кешене килтермәнеләр“, — тип яуап бирҙеләр.

Кисен ишеккә шаҡынылар — Аҡъярҙан полиция килеп еткән, протоколдың күсермәһе менән: ул [Баймаҡтағы протеста] кейгән башлыҡ һәм куртка артынан. 21 июндә кискеһен генә ағайым уның Өфөлә булғанын һәм тәфтиш изоляторында ултырыуын, белеп ҡала».

Марина-Майя Говзман